Уҙған аҙнала район хаки миә тендә жюри ағзалары йы йылып онлайнформатта бәйге лә ҡатнашыусыларҙың видео презентацияларын яҡлауын ҡараны һәм еңеүселәрҙе билдә ләне. Конкурсанттар унда ауыл дарының тарихы, статистика мәғлүмәттәре, башҡарылған эштәре тураһында һөйләне.- Муниципаль кимәлдәге конкурс комиссияһы өс еңеү сене билдәләйәсәк, уларҙың береһе район йөҙөн республика этабында яҡлаясаҡ, - тине кәңәшмәне асып, район хаки миәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын баҫары Флизә Макеева.Конкурста ҡатнашыусылар виде опрезентацияларҙы эшләү гә төрлөсә ҡа раған:кемдер фо тоһүрәттәрҙән слайд эшләгән, кемдер ҙур булмаған фильм төшөргән.Шулай, видеороликтарҙа Еф ремкино ауыл Советына ҡа раған бәләкәй генә Ники фо ровка һәм Ҡырмыҫҡалы ауыл Советында урынлашҡан Березовка ауылдарының бик матур, үҙенсәлекле тәбиғәте, сәләмәт тормош алып барған кеше ләрҙең көнкүреше, айыҡ тормош өсөн алып барған эштәре бик йөкмәткеле итеп күрһә телде. Мәҫәлән, 28 кеше йәшәгән Березовка ауылының 90 йәшлек аҡһаҡалы Валентин Федо ри шин ауылдың тарихын бәйән итте. Бында 1872 йылда алыҫ Украинанан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған.Был ауылдарҙа умартасылыҡ үҫешкән, төҙөкләндереү буйын са өмәләр, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, боронғо йолалар тергеҙелә, барыһы ла айыҡ тормош алып бара.Сахай - райондың иң ҙур ауылдарының береһе. Бында 600-ҙән ашыу ихата, 1500-ҙән ашыу халыҡ йәшәй, ике мәсет эшләп килә. Конкурсҡа тәҡдим ителгән видео аша бындағы халыҡтың ниндәй эштәр менән шөғөлләнеүе күренде. Быйыл балалар майҙансығы, хоккей коробкаһы һәм воркаут өсөн майҙансыҡ менән парк асылған. “Ауылдың киләсәге – балалар. Әгәр ҙә, улар сәләмәт тормош алып барһалар, ауылыбыҙҙың киләсәге лә булыр ”, - тине ауыл халҡы. Видероликтарҙан күрене үен сә, ҺартШишмә, Шәрип ҡол, Ҡарлыманбаш, Боҙаяҙ, Мөҡсин ауылдарында ла кешеләр "йәшел йылан" ҡорбаны булмаһын өсөн байтаҡ эштәр башҡарылған. Йәмәғәт ойош малары - мәҙәниәт хеҙмәт кәр ҙәре, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡорҙары, мәсет имамндары был изге эштә әүҙем ҡат нашҡан.Һарт-Науруздар күрһәткән видеопрезентация күңелгә ятышлы булды. Унда ауыл ке шеләре “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә башҡар ған аныҡ эштәре тураһында һөй ләне. Был эштәргә туҡ талыш, балалар майҙансығы эшләнеүе, ауыл уртаһына яңы йыл шыр шыһы ултыртылыуы, стадионда сәхнә эшләп ҡуйылыуы, шишмә таҙартылыуы инә. Улар видеояҙмаларын “Беҙ айыҡ ауылконкурсында еңергә теләйбеҙ” девизы һәм “Һыу буйында усаҡ яна” тигән матур йыр менән тамамланы. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ауыл биләмәләрендә айыҡ тормош алып барыу буйынса эштәр насар ойошторолған. Бында урындағы хакимиәттең халыҡ менән етерлек кимәлдә эшләмәүе күренә. Конкурстың төп бурыстарының береһе – урындағы властың халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуында ине бит.Тағы ла конкурста күп халыҡ йәшәгән ауылдар булыуына өҫ төнлөк бирелә, - тип билдәләне Флизә Наил ҡыҙы. Шулай итеп, конкурсҡа ебәрелгән материалдарға анализ яһағандан һуң иң күп балды Иҫке Муса ауылы йыйҙы. Икенсе урындарҙы Һалйығот һәм Һарт-Науруз ауылдары бүлеш һә, өсөнсө урын Сахай һәм Һарт-Шишмә ауылдарына бирелде.Иҫке Муса ауылы киләһе йылдың март айында үтәсәк республика этабында ҡатнаша саҡ һәм уларҙың республика программалары сиктәрендә ауылды төҙөкләндереүгә 3 миллиондан 5 миллион һумға тик лем сертификат отоу мөмкинлеге бар. Уларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан уңыштар теләйбеҙ. Иң мөһиме, конкурс сиктә рендә беҙ балаларыбыҙ күңеленә изгелек, айыҡлыҡ, сәләмәт тор мош алып барыу орлоҡтарын сәсергә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына милләтебеҙ юғалмаҫ, йәшәр.Гөлсәсәк АЛАСОВА.