Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 11:47

Ағалы-ҡустылы туғандар 100 долларҙы нисек эҙләп тапҡан?

"Күрһәтелгән урынды йорт тип әйтеп булмай, бары тик емереклектәр генә ҡалған. Беҙ хазинаның ҡайҙалыр ошонда, эргәлә генә икәнен һиҙә инек...”

“Пятница” телеканалында барған “Орел и решка” тапшырыуының сираттағыһы Башҡортостанда төшөрөлөүе, алып барыусылар Регина Тодоренко менән Тимур Родригезтың Иглин районының Иван-Казанка ауылында 100 долларлыҡ купюра йәшереүе, уны табырға теләүселәрҙең күп булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
100 долларлыҡ купюраны Өфөнән ағалы-ҡустылы (ике туғандар) Герман Лазарев менән Александр Молодцов тапты. Улар “Башинформ” агентлығына быны нисек эшләүҙәре тураһында һөйләгән.
“Беҙ был мәлдә ғаиләбеҙ менән Охлебининдағы дачабыҙҙа инек. Был урындан аҡсалы шешә йәшерелгән ергә барып етеү – биш минутлыҡ юл. Тапшырыу тамамланып та өлгөрмәне, мин ағайым Александрға шылтыраттым да машинаға сығып та ултырҙым”, - тип һөйләй Герман.
Ғаилә чатында туғандары уларға алып барыусылар тарафынан әйтелгән координаталарҙы ебәрә.
“Тапшырыуҙа әйтелгән урынға килеп еткәндә тиҫтәләгән кеше эҙләүҙе башлаған ине. Күрһәтелгән урынды йорт тип әйтеп булмай, бары тик емереклектәр генә ҡалған. Беҙ хазинаның ҡайҙалыр ошонда, эргәлә генә икәнен һиҙә инек”, - ти Герман.
Өфө егеттәре бүрәнәләрҙе бер урындан икенсеһенә шылдырып, күптәр табырға хыялланған аҡсаны эҙләй, һәм Александр аҡса һалынған серле шешәне күреп ҡала.
“Табышыбыҙ тураһында ҡысҡырып белдереп торманыҡ, селфи эшләнек тә, мажара эҙләп юлға сығырға теләгән башҡа кешеләр мәшәҡәтләнмәһен өсөн, геолокация ҡуйҙыҡ. Дөйөм алғанда, аҡсаны эҙләүгә 15 минут самаһы ваҡытыбыҙ китте”, - ти иҫтәлекле 100 доллар хужаһы.
Герман әйтеүенсә, улар ағаһы менән табышты бүлешеп тормаған. Уға интернет селтәрендә табыш эйәһе булыу даны эләкһә, ысынбарлыҡта йәшел купюралы шешә Александрҙа ҡалған. Ағалы-ҡустылы туғандар уны әлегә тотонорға йыйынмай, сувенир булып торасаҡ, тиҙәр.
Фото: “Башинформ” агентлығы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: