Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 23:39

“Ҡәйнә теле"нән үтә алмаған

Йөк машинаһы водителенең, бәйләнеш юҡлығы сәбәпле, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булмағас...

Белорет – Өфө юлындағы халыҡта “Ҡәйнә теле” тип исемләнгән боролошта, билдәле булыуынса, юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә.
11 ноябрҙә тап шунда “Валдай” йөк машинаһы ауған. Бәйләнеш булмауы сәбәпле, водитель ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алмаған. Был хәлгә битараф ҡалмаған кешеләр социаль селтәрҙәрҙә водителгә булышлыҡ кәрәклеге хаҡында белдергән. Шулай итеп, хәбәр ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренә лә барып етеп, улар ваҡиға урынына ашыҡҡан.
Инйәр ауылындағы янғын һағы, “Баширавтодор” предприятиеһының Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҙ килгән. Асыҡланыуынса, йөк машинаһы водителе Сибайҙан Өфөгә юлланғанда һауа торошо шарттарын иҫәпкә алмаған. Һөҙөмтәлә машина канауға осҡан.
Ярай әле юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә зыян күрмәгән. Водителгә кәрәкле ярҙам күрһәтелгән, ә машина һөйрәп сығарылған. Кеше яҙмышына битараф ҡалмағандарға рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ. “Ҡәйнә теле”ндә генә түгел, республикалағы башҡа юл участкаларында ла хәүеф юҡ түгел. Был хаҡта һис оноторға ярамай.
Фото: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/yn-tele-n-n-t-alma-an-541506/
Читайте нас: