Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 21:33

Тағы бер кеше вафат

Пневмония мөмкин булған бөтә "рекорд"тарҙы һуғыуын дауам итә. Мәҫәлән, һуңғы тәүлектә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 113 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11871-гә етте. Һауыҡҡандар – 10 984 (һуңғы тәүлектә 52 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 63, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат.
Башҡортостан стационарҙарында – 300 (шул иҫәптән 27 кеше ауыр хәлдә, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 524 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 482 051 тикшереү үткәрелгән, 1 432 941 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11874 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, аҙаҡҡы тәүлектә 337 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 360 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ta-i-ber-keshe-vafat-540297/
Читайте нас: