Даирә
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
12 Ноября 2020, 06:42
Республикала ноябрҙең икенсе декадаһы норманан һыуығыраҡ була
Башҡортостанда ноябрҙең икенсе декадаһы норманан 2 градусҡа түбән булыуы көтөлә, тип хәбәр итте Башгидромет.
12-14 ноябрҙә республикала бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Һауа температураһы төндә -4, -9 градустан -8, -13, аяҙытҡанда -15, -20 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -7, -12 градус була.
Аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәһендә антициклон урынлаша, температура артабан түбәнәйә, яуым-төшөм ихтималлығы аҙ. Әлегә ҡар ҡатламы йоҡа булғанлыҡтан, һыуыҡтың үҫемлектәргә зыян килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә синоптиктар.
10 ноябрҙә Башҡортостанда бөтә ерҙә лә тиерлек ҡар яуҙы, 1-15 сантиметр бейеклектә ҡар ятты. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер көнбайыш райондарҙа һәм Урал аръяғында ҡар юҡ.
https://
www.bashinform.ru/news/1520225-vtoraya-dekada-noyabrya-v-bashkirii-budet-kholodnee-normy/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!