Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 21:25

100 миллион һум һорайҙар...

"Улар ғәфү үтенмәне, ҡыҙҙы мыҫҡыллауҙарын дауам итә".

Алдан яҙыуыбыҙса, Һамарҙа дөйөм юрисдикциялағы Алтынсы кассация суды Башҡортостан Юғары судының элекке тәүтикшереүсене көсләү буйынса июндәге хөкөм ҡарарын, шул иҫәптән элекке полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеевты һәм Салауат Ғәлиевте аҡлау тураһындағы ҡарарын көсөнән сығарҙы.
23 йәшлек тәүтикшереүсе ҡыҙҙы яҡлаған адвокат Һамарҙағы Алтынсы кассация судының яңы ҡарары буйынса үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Беҙ уларҙы хөкөм итеүҙе, хәрби дәрәжәләренән мәхрүм итеүҙе һорайбыҙ. Беренсе инстанция суды ҡарары буйынса әхлаҡи зыянды ҡайтарыу иҫәбенә 100 миллион һум түләттерергә теләйбеҙ. Ҡылынған енәйәттең ауырлығына тиң булған яза тәғәйенләһендәр – бөр төркөм кешенең көсләү һәм енси төрҙәге көс ҡулланыу буйынса ике енәйәте өсөн. Быларҙың һәр береһе өсөн унар йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Улар ғәфү үтенмәне, барлыҡ ошо ваҡыт эсендә мәсхәрә иткән ҡыҙҙы мыҫҡыллауҙарын дауам итә, – тип белдерҙе зыян күргән ҡыҙҙың адвокаты Ирина Вәлиева.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Һамар ҡалаһындағы Алтынсы кассация судына 18 биттән торған кассация ялыуы ебәрелгән. Павел Яромчуктың адвокаты үҙенең яҡлаусыһына ҡарата хөкөмдө бик ҡаты тип белдергәйне. Бынан алда Башҡоростандың Юғары суды Эдуард Матвеев менән Салауат Ғәлиевте аҡланы. Шулай уҡ уларҙы реабилитациялауға һәм 500 мең һум әхлаҡи зыянды ҡайтарыуға хоҡуғын таныны.
Фото: gtrk.tv
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/100-million-um-oray-ar-539994/
Читайте нас: