Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 14:53

Йәштәрҙең ғүмере шунда уҡ өҙөлгән

Уларға 22 һәм 19 ғына йәш булған...

Бөгөн төндә Иглин районында үлемесле авария теркәлде. М5 трассаһында, Һамар-Өфө-Силәбе юлының 1542-се километрында машиналар бәрелешә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, "Рено Меган" менән "Ман" йөк машинаһы төкөшә. Ике машинала ла йәштәр ултырған була. Еңел автомобиль рулендә 22 йәшлек егет һәм йөк машинаһында - 24 йәшлек ир. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария "Рено"лағы кешеләр өсөн фажиғәле тамамлана. Водитель һәм уның янындағы 19 йәшлек пассажир урында һәләк була. Әле автоһәләкәттең сәбәптәре, кемдең ғәйепле булыуы асыҡлана. Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Һеҙҙе йәнә иҫкәртәбеҙ: көндәр боҙолдо, юлдарға боҙлауыҡ ятты. Шулай уҡ ҡар, ҡар ҡатыш ямғырҙар, иртәле-кисле төшкән томан юлдарҙағы хәлде бермә-бер ҡатмарлаштыра. Юлға сыҡҡан саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмайыҡ. Тейешле тиҙлекте һәм дистанцияны һаҡлау мөһим. Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: