Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 07:06

Барыһы ла яҡшы булыр тип көткәйнек тә...

Һигеҙ йәшлек Асель өсөн республика халҡы ҡан да йыйғайны, өләсәһенең дә йүнәлеп китеренә өмөт бар ине...

22 октябрь кис Өфө – Яңауыл трассаһында ҡот осҡос авария булғаны, йөк машинаһы һәм еңел автомобиль бәрелешеп, иномаркала китеп барған өләсәй менән һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың ауыр тән йәрәхәттәре алғаны хаҡында хәбәр ителгәйне. Авариянан һуң өләсәһе менән ейәнсәрен яҡындағы Бөрө дауаханаһына оҙатҡандар, ә башҡа пассажирҙар еңел яралар алған. Асель өсөн республика халҡы ҡан да йыйғайны. Өләсәһенең дә йүнәлеп китеренә өмөт бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булмаған: “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, һигеҙ йәшлек Аселдең өләсәһе Резида ханым, иҫенә килмәйенсә, вафат булған. Был хаҡта уның ҡыҙы социаль селтәрҙә яҙған. Ғаиләнең Нефтекама ҡалаһынан булыуы мәғлүм. Аварияның сәбәбе – юл шарттары насар булыуҙа, боҙлауыҡта, ти шаһиттар. Еңел машина тәүҙә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, унда йөк машинаһы менән бәрелешкән, аҙаҡ юл ситенә ауған. Аяныслы осраҡ ғүмерен өҙгән ханымдың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ә Асель тиҙерәк йүнәлеп китһен, тип теләйбеҙ. Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в