Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 06:53

"Бәлештәреңде әҙерлә. Кис өйҙә буласаҡ!"

Өфөнән экс-тәүтикшереүсенең эше яңынан ҡарала.

Һамарҙа дөйөм юрисдикциялағы Алтынсы кассация суды Башҡортостан Юғары судының элекке тәүтикшереүсене көсләү буйынса июндәге хөкөм ҡарарын, шул иҫәптән элекке полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеевты һәм Салауат Ғәлиевте аҡлау тураһындағы ҡарарын көсөнән сығарҙы. – Суд, прокурор күрһәтмәһен, зыян күреүсенең һәм Павел Яромчуктың мәнфәғәтендә сығыш яһаған адвокаттың БР Юғары судының енәйәт эше буйынса суд коллегияларының 2020 йылдың 3 июнендәге Яромчукка, Матвеевҡа, Ғәлиевкә ҡарата апелляция хөкөмөнә ҡарата ялыуын ҡарағандан һуң, уны көсөнән сығарыу һәм енәйәт эшен БР Юғары судына икенсе суд составына ҡайтанан ҡарауға бирергә тигән ҡарар сығарҙы, – тип белдерҙеләр судтың матбуғат хеҙмәтендә. Элекке полиция хеҙмәткәрҙәренең өсөһөн дә өс айға өйҙә һаҡ аҫтына ултырттылар. – БР Юғары судының Павел Яромчукты хөкөм итеп, Матвеев менән Ғәлиевте аҡлаған ҡарарын көсөнән сығарҙылар. Эш яңынан ҡарауға ҡайтарылды. Яромчукты һаҡ аҫтынан азат итеп, өйҙә һаҡ аҫтына ултырттылар, шулай уҡ уның элекке хеҙмәттәштәрен дә. Бының сәбәптәрен аңлатманылар, тик инеш һәм һығымта өлөшөн генә уҡып ишеттерҙеләр. Прокурор ризаһыҙлығы һәм ялыуҙар өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелде, тип аңланыҡ. Мин яҡлаусымды азат иткәндәренә ҡыуандым. Унда ғәйепләү ҡарары менән риза булмауым тураһында минең дә ялыуым бар ине. Шуға ла ҡарарҙы ҡыуанып тыңланым. Яромчуктың ҡатынына шылтыратып: “Бәлештәреңде әҙерлә. Кис өйҙә буласаҡ!” – тип әйттем. Аҙ булһа ла кеше өйөндә була, ул бит Түбәнге Тагилда язаны татып өлгөрҙө. Минең үҙемдең апелляцияға биргән ялыуымда Ғәлиев менән Матвеевты дөрөҫ аҡланылар, тик шул уҡ дәлилдәр буйынса Яромчукты хөкөм иттеләр, был дөрөҫ түгел, Яромчукты ла аҡларға кәрәк, тип белдерҙем. Судтың ниндәй дәлилдәргә ҡолаҡ һалғаны әлегә сер булып ҡала, – тине Павел Яромчуктың адвокаты Наил Баһауетдинов. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Һамар ҡалаһындағы Алтынсы кассация судына 18 биттән торған кассация ялыуы ебәрелгән. Павел Яромчуктың адвокаты үҙенең яҡлаусыһына ҡарата хөкөмдө бик ҡаты тип белдергәйне. Бынан алда Башҡоростандың Юғары суды Эдуард Матвеев менән Салауат Ғәлиевте аҡланы. Шулай уҡ уларҙы реабилитациялауға һәм 500 мең һум әхлаҡи зыянды ҡайтарыуға хоҡуғын таныны. Фото: news.rambler.ru Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: