Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 18:58

Атайлы атайһыҙҙар

Байрамда атайым ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сығып, ғорур ҡиәфәттә түрҙә ултыра. Эх, ошо рәхмәт, хөрмәт һүҙҙәренең барыһы ла тик әсәйемә әйтелергә тейеш тә бит... Ниндәй генә ыҙалар сиктермәне беҙ үҫкәндә атай...

М. исемле ирҙең, ике бала атаһының, күңел асышынан албырғап ҡалдым әле. Уны һеҙгә лә һөйләйем, ни әйтерһегеҙ? ”Ауылға ҡайтып, атайҙы 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап килдек. Ике ҡыҙы, ике улы, кейәүҙәре, килендәре, ете ейән-ейәнсәре... Ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сығып, ғорур ҡиәфәттә түрҙә ултырған атайымды "Юлдаш" радиоһы каналы аша ла ҡотлап, йыр бүләк иттек, үҙен ҡосаҡлап та рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Бындай ҙа йылы һүҙҙәрҙән ололарҙың ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең дә күҙҙәр йәшкә мансылды. Ейән-ейәнсәрҙәре лә буш итмәне олаталарын: уға арнап шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр. Ғөмүмән, бик матур, күңелгә уйылып ҡалырлыҡ тамаша килеп сыҡты. Әсәйем менән атайым ҡырҡ йыл бергә ғүмер кисереп, яҡшыһын да, яманын да күп күргән, тормош юлдары һикәлтәле-бормалы булған, әлеге баҫҡысҡа етеү ҙә уларға еңел бирелмәгәндер, тим. Атайымдың шундай холҡо менән... Яҙмышында түҙемле, ипле холоҡло әсәйем осрамаһа, бәлки, әлеге көндә атайым башын юғары күтәреп эре ултыра алмаҫ та ине. ”Беҙгә өлгөһөң, терәкһең, һин булғанға үҙебеҙҙе арҡалы хис итәбеҙ, рәхмәт, атай!” тигән һүҙҙәрҙең барыһы ла әсәйемә генә әйтелергә тейеш тә бит... Ошо көнгә тиклем ғаилә тарҡалмаған, балалар етем ҡалмаған икән, тимәк, беҙ ҙә, атай ҙа тик әсәйебеҙгә бурыслы. Тыуған йортҡа бер ваҡытта ла атайҙы күрергә тип атлыҡҡаным булманы минең. Әсәйемде һағынып ҡына ҡайта инем. Бала саҡ тураһында хәтерләргә лә яратмайым: эсһә лә, эсмәгән мәлендә лә берҙәй ҡыҙыу, гел ҡысҡырып һүгенгән, йәне көйгән сағында юлында нимә осрай - шуны тибеп-ватып йөрөгән янъялсы атай, уның артынан ҡурҡа-ҡурҡа шым ғына яңынан төҙәтеп, йыйыштырып йөрөгән әсәй күҙ алдына килә лә баҫа. Ниндәй битәр ишеткәндә лә, ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланғанда ла, ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, зарланманы әсәйебеҙ. Өйҙәге һауыт-һаба шалтырауын берәүгә лә һөйләп, илаулап ултырғанын иҫләмәйем. Тешен ҡыҫҡан, йоҙроҡтарын төйнәгән саҡтарын ғына күрергә тура килде. Атайҙың холоҡһоҙлоғо үҙәккә үткән ваҡыттарҙа: ”Әй, әсәй, әйҙә, айырыл да ҡуй”, - тип әҙ әйтмәнек уға беҙ - балалары. “Ярай, балалар, түҙәйек, атай атай булыр әле”, - тигән булып беҙҙе лә, үҙен дә йыуатыр ине... Бер, иҫләйем, күрше ауылға ҡунаҡҡа ат егеп китергә торғандарында, мин, ни тиһәң дә малай бит, ҡотороп арбаның артына йәбешеп алдым. Уйым ауыл осона тиклем шулай оҙатып барыу ине. Бер ни әйтмәҫтән, атай һикереп төштө лә мине елкәмдән тотоп кесерткән араһына ырғытты. Ауыртыуҙан да түгел, үҙемде кәрәкһеҙ көсөк балаһылай тойоп, ғәрләнеп илауым шул ваҡытта! Әле булһа ул ваҡиға онотолмай, уңалмаҫ йөйҙәй, йөрәгемде һулҡылдата. Ағайыма ла атай ҡамсыһы аҙ эләкмәне. Ниндәйҙер йомош ҡушып, тиҙ генә башҡармағаны өсөн арҡаһын ҡамсы менән яндыра тартҡайны бер ваҡыт. Яраның оҙаҡ уңалмай йөрөгәне, әсәйемдең ҡаҙ майы менән көн дә һылағаны хәтерҙә. Бер ваҡытта ла ике әйтмәне шул атай: ишетмәй ҡалдыңмы, яйланыңмы, берәй нәмәнең һиңә осоуын, йә килеп осора һуғыуын көт тә тор ине. Бына шундай булды беҙҙең “өлгөлө” атай. Бәлки, үҙенсә малайҙарҙы ҡаты тәрбиәләйем, ҡурҡытып тотайым тигәндер, кем белә. Ауыҙынан да бер ыңғай һүҙ ишетмәнек: малай аҡтығы, йүнһеҙ, бешмәгән, һинән кем сыҡһын, ялҡау һ.б. Нисек булһа ла, дүртебеҙ ҙә эшкинеп, кем юғары, кем урта һөнәри белем алып, үҙ көнөбөҙҙө күрерлек хәлгә еттек, үҙ тиңдәребеҙҙе табып, ғаилә ҡорҙоҡ, беребеҙ ҙә йүнһеҙләнеп йөрөмәй, Аллаға шөкөр. Балаларының береһе лә атай йортонда ҡалманы, һәр ҡайһыһы ҡырғараҡ китеп оя ҡороу яғын ҡараны, биҙеүебеҙ шул тиклем ныҡ булғандыр, ахыры. Атайҙың күптән инде элекке ажарлығы юҡ, баҫылған, ипкә ҡалған. Ә бына ейәндәре менән уның мөнәсәбәте бөтөнләй икенсе төрлө: уларҙы ярата, бергә уйнай, аҡыллы кәңәштәрен бирә... Шул аҡылы беҙ үҫкәндә ҡайҙа булғандыр? Хәҙер бер нисек тә ҡыйырһыта алмай, әлбиттә, киреһенсә, үҙе ярҙамға, аңлауға мохтаж. Ә барыбер эстәге үпкә, рәнйеү онотолмаған, бер ҙә асылып, ихлас итеп һөйләшке-аралашҡы килмәй атай менән. Әлеге лә баяғы тик әсәйебеҙ хөрмәтенә, уның күңелен күреү өсөн ҡылына барыһы ла...” Фото: pxhere.com Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в