Даирә
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 17:30

Әсәләрҙе талағандар

54 кешенең әсәлек капиталын урлауҙа ғәйепләнгән кешеләр ҡырын ҡылыҡтары өсөн хөкөм алдына баҫасаҡ. Улар - Башҡортостандан ике ҡатын-ҡыҙ һәм Силәбе өлкәһенән ир кеше. Кисә прокуратура ҙур суммала мутлашыу эшее буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы

Тикшереү һөҙөмтәһенән күренеүенсә, был өсәү 2015 йылдың февраленән 2018 йылдың майына тиклем 54 кешенең йәмғеһе 23 миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән. Нисек тиһегеҙме? Улар интернетта капиталды аҡсаға әйләндереү мөмкинлеге тураһында белдереү баҫтыра. Ышанып мөрәжәғәт итеүселәр, пенсия фондынан капитал күскәс, аҡсаны әлеге “ойоштороусыларҙа” ҡалдырыу шарты менән, дәүләттән тейешле сумма тиклем кредит алырға күндерелә, йәғни йәштәр аңлайышһыҙ процедуралар аша үтергә тейеш була.
- Мутлашыусы ойошҡан төркөм клиенттары исеменә йәшәмәй торған торлаҡты күсерә лә, шуны һатҡас, аҡсаһын бирергә вәғәҙәләй. Ә дәүләт түләүе күскәс, кредитты ҡаплау өсөн аҡсаны үҙҙәренә ала, - тип аңлатма бирәләр прокуратуранан.
Тикшереү ваҡытында мутлыҡ ҡылыусының икәүһе үҙен ғәйепле һанамаған, өсөнсөһө ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Енәйәт эшен Белорет район суды ҡараясаҡ.
Фото:kanevskadm.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
  • Читайте нас в