Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 13:00

Башҡортостанда бүре дүрт кешегә, шул иҫәптән полицейскийға һөжүм иткән

Башҡортостанда төндә Белорет районы Аҙнағол ауылында йәшәгән 60 йәшлек ир полицияға шылтыратып, өй ихатаһында бүренең һөжүм итеүе тураһында һөйләгән. Йыртҡыс пенсионерҙың аяғын тешләгән, ләкин өлкән йәштәге ир-уҙаман унан ҡотолоп, йортона инеп бикләнгән. Уға участковый Азат Ғәлимов килгән.

«Полицейский урынды ентекләп ҡараған ваҡытта йыртҡыстан зыян күргән тағы ике кешегә тап булған. Улар — ошо ауылда йәшәгән 44 йәшлек ҡатын һәм уның танышы. Ҡатынға ярҙам саҡыртҡандар. Табиптар уның күҙе йәрәхәтләнеүен, бер нисә һынған, тешләнгән урыны булыуын асыҡлаған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Участковый бүрене Ағиҙел урамында, йәрәхәтләнгән ир йәшәгән урын янында, күреп ҡалған. Йыртҡыс уға ташланырға уйлаған, шуға полиция хеҙмәткәренә табель ҡоралын ҡулланырға тура килгән. Хәҙер зыян күргәндәрҙең барыһына ла ярҙам күрһәтелә. Һәләк булған йәнлек ветеринарҙарға тапшырылған.
Кешеләргә ташланып өлгөргән йыртҡыс менән осрашыу ҡурҡыныс ине, ләкин мин был мәлдә башҡа бер кем дә шашҡан бүренең ҡорбаны булмаҫҡа тейеш тип уйланым, ти Азат Ғәлимов.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в