Даирә
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 16:02

Йорт ҡош-ҡортон бөгөндән һуя башлағыҙ!

Ҡош киҙеүе республика биләмәһенә ингән осраҡта, бар төбәк карантинға ябыласаҡ.

Башҡортостанға ҡош киҙеүе сире хәүефе янай тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә ошо турала һүҙ булды. Ағымдағы хәлдәр менән вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов таныштырҙы.
Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль һәм Урал федераль округтарында таралған ҡош киҙеүе буйынса хәл бик көсөргәнешле. Сир усаҡтары беҙҙең яҡын күршеләребеҙ Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, шулай уҡ Ҡурған, Һарытау, Омск өлкәләрендә асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ҡурҡынысы ла бик ҙур. Ҡош киҙеүе Башҡортостан биләмәһенән ни бары 5 километр алыҫлыҡта ғына. Әлегә иң ҙур хәүеф аҫтында Баҡалы районы.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы бөгөндән, һалҡын төшкәнен көтөп тормай йорт ҡоштарын: үрҙәк һәм ҡаҙҙарҙы һуя башларға тәҡдим итә.
Әгәр был сир эләкһә, ҡош 100 процент үләсәк. Шулай уҡ бер генә ҡош зарарланһа ла, ҡалғандарының бөтәһенә лә йоғасаҡ. Ҡош киҙеүен йылы яҡтарға осҡан ҡоштар тарата. Әлеге ваҡытта илдең 11 төбәгендә 75 сир усағы асыҡланған.
Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтендә "ҡыҙыу бәйләнеш" эшләй башланы. Әгәр ҡапыл ҡоштарығыҙ ҡырыла башлаһа йәки инфекцияға шигегеҙ булһа, 8 800 77 55 828 телефоны буйынса бушлай шылтырата алаһығыҙ.
– Әгәр бер генә хужалыҡта булһа ла сир табыла икән, бөтә төбәкте карантинға ябасаҡтар. Ҡошсолоҡ тауарҙарын сығарыу тыйыласаҡ. Башҡортостанда ҙур ҡошслолоҡ предприятиелары күп – Благовар тоҡомло заводы, “Башҡортостан бройлеры”, “Индюшкин” һәм башҡалар. Шуға күрә инфекцияны республика биләмәһенә индермәү бик мөһим. Шәхси хужалыҡтарҙағы ҡоштарҙы ихатаға сығармаҫҡа кәрәк, улар ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешкә инергә тейеш түгел. Шулай уҡ билдәһеҙ мал аҙығы һәм тере ҡош-ҡорт һатып алыу тыйыла, – тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға һәм инфекцияны республикаға индермәү өсөн бар көстө һалырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в