Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 10:30

Ванга киләһе йылға нимә вәғәҙәләй?

“Кешеләр йығылып, урам уртаһында бер сәбәпһеҙ үлә башлаясаҡ. Сир бөтә донъяға тарала һәм миллионлаған ғүмерҙәрҙе алып китәсәк”, - ти ул.

Кемдер бөйөк Вангаға ышана, кемдер юҡ. Был яҙмала бер кемгә лә, бер нимә лә дәлилләргә йыйынмайбыҙ. Ни бары ошо йәһәттән булған күҙаллауҙар менән уртаҡлашырға теләйбеҙ.
Бөйөк күрәҙәсенең күҙаллауҙары бер ҡасан да туранан-тура мәғәнәлә булмаған. Шуға күрә уны төрлө кеше төрлөсә аңлай. Ҡайһы берҙәренә бөгөнгә тиклем дә төшөнөп бөтөп булмай.
Шулай итеп бөгөн Ванганың 2021 йылға күҙаллауҙарын тәҡдим итмәксебеҙ. Әйткәндәй, уларҙың ҡайһы берҙәре быйыл уҡ тормошҡа аша башланы.
Мәҫәлән, Ванга әйтеүенсә, донъяла аҡса юғаласаҡ һәм уны һандар алмаштырасаҡ. Һәр беребеҙҙең аҡсаны карталарҙа һәм банктағы иҫәптәрҙә һаҡлауын иҫәпкә алғанда, был ысынлап та шулайға әйләнеп бара. Иң ҙур проблеманы ул Ҡушма Штаттарға юраған. Уның һүҙҙәре буйынса, был илде “ҡартлыҡ һәләк итәсәк”. Әле һайланған президенттың йәшен иҫәпкә алһаң... Ҡытай менән АҠШ араһындағы низағтар 2021 йылда ла дауам итәсәк һәм пикка етәсәк.
Яҡшы яңылыҡтарға килгәндә, киләһе йылда террорсылар әүҙемлеге кәмейәсәк. Шулай уҡ 2015-2020 йылдарҙа булған ер тетрәүҙәр, цунами, һыу баҫыуҙар һәм башҡа тәбиғи ғәрәсәттәр 2021 йылда ҡырҡа кәмейәсәк. Әйткәндәй, глобаль йылыныу проблемаһын да ул күргәйне.
Күптәрҙе Ванганың коронавирусҡа бәйле күҙаллауҙары ҡыҙыҡһындыра. “Бөтә донъяны йотасаҡ” ҡурҡыныс сир тураһында ул алдан “белә”. Вирус тыуған илде ул Африка тип атай, тик “бәлки сир көнсығыштан килер” тип тә иҫкәртә. “Сир һарыларҙан киләсәк” тигән һүҙе лә билдәле. Ғалимдар быны тәүҙә һары ауырыуы тип күҙаллай. Тик хәҙер, бәлки Ванга ҡытайҙарҙы күҙ уңында тотҡандыр тип тә уйлайҙар. Ә коронавирустың ысынында ҡайҙан килеп сығыуы бөгөнгә тиклем аныҡ билдәле түгел.
“Кешеләр йығылып, урам уртаһында бер сәбәпһеҙ үлә башлаясаҡ. Сир бөтә донъяға тарала һәм миллионлаған ғүмерҙәрҙе алып китәсәк”, - ти ул. Шуныһы иҫте китерә, бөйөк Ванга “көҙгөлө йылда” (2020) табиптар был сир алдында көсһөҙ була ти. Тимәк, 2021 йылда уны еңергә өйрәнербеҙ тип ышанырға ҡала. Ғалимдар тап киләһе йылда вакцина уйлап табырға вәғәҙә бирә бит.
2021 йыл тураһында һөйләгән саҡта Ванга: “Кешеләр сирҙән түгел, ә аҡылдан яҙа һәм шунан үлә башлаясаҡ” тигән. Бөгөнгө коронавирус тирәләй булған ажиотаж һәм ығы-зығыға ҡараһаң, быға ла ышанырға була.
– Кем ышана, шул тере ҡала. Кем ышанмай – мәңгегә үләсәк, – ти ул.
Бер нимәгә ҡарамай оптимизм өсөн урын бар: Ванга белдереүенсә, “кешегә дауа билдәле, уны күрә белергә генә кәрәк”.
Ванганың Рәсәйҙе яратыуы һәм йылы мөнәсәбәттә булыуы билдәле. Ул беҙҙең илгә “бөтә донъя өҫтөнән власть” юраған. Уныңса, бар донъя апокалипсис сигенә еткән саҡта, тап Рәсәй башҡалараға юл күрһәтеүсе һәм ҡотҡарыусы буласаҡ. 2021 йылға беҙҙең илгә ҡарата ул түбәндәгеләрҙе әйткән:
- илдә кешеләр һаны кәмейәсәк;
- рус еренә бөтә донъя ополчениеһы янай;
- бөйөк ил тубығынан торасаҡ һәм донъяла төп ролде яулаясаҡ.
Былар менән ғалимдар ризалаша. Һуңғы йылдарҙа илдә демографик кәмеү күҙәтелә. Тик Ванга әйтеүенсә, халыҡ һаны менән хәл яйлап тотороҡлоланасаҡ. “Бөтә донъя ополчениеһы” тип, бәлки ул Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар тураһында әйткәндер.
2022 йылда Рәсәй Ҡытай һәм Һиндостан менән берләшәсәк, был 2021 йылда уҡ башланасаҡ тигән күрәҙәсе.
Яңы 2021 йыл башланыуға күп ҡалманы. Нисек булһа ла тик яҡшыға ышанайыҡ!
Фото: newstes.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан мәҡәлә алынды
Читайте нас: