Ә пандемия башланғандан алып бөтәһе 11653 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.
Әлеге ваҡытта 262 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала, шуларҙың 13-ө – ауыр хәлдә, дүрт кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 490 кеше сиргә ҡаршы өйҙә генә көрәшә.
Тәүлек эсендә шулай уҡ 60 кешенең һауығып, дауахананы ҡалдырып сығыуы билдәле булды. Коронавирустан рәсми рәүештә раҫланған үлем осрағы бөгөнгө көнгә ҡарата 61-гә тиң.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ковид һәм пневмония менән сирләүселәр өсөн әҙерләнгән биш мең койка-урынының 79 процентын ауырыуҙар биләй. 21 проценты иһә әлегә резервта ҡала.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы