Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 12:36

Гөлназ Асаева: "Мин әлегә әҙер түгел..."

Йырсы үҙенең социаль сәхифәһендә ни хаҡында яуап биргән?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йырсыһы Гөлназ Асаеваның ижады һәм тормошо менән һәр саҡ тамашасылары, социаль селтәрҙәге дуҫтары ҡыҙыҡһынып тора. Йырсы үҙе лә Инстаграмындағы дуҫтарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға һәр саҡ яуап бирә.
Был юлы Гөлназ Асаеванан дуҫтары ҡасан бәпәй алып ҡайтыуҙары тураһында һораған. Йырсы тиҙҙән әсә була тип уйлаусылар ҙа бар икән. "Йөҙөң дә бик үҙгәрҙе, ауырлыға оҡшағанһың", - тип яҙған социаль селтәрҙә бер танышы.
"Вил йортто төҙөп бөтөүгә, бәпәй алып ҡайтабыҙ. Әлегә юҡ. Мин әле әсә булырға әҙер түгел", - тип яуап биргән Гөлназ.
Беҙ йәштәргә мөхәббәттәренең көслө, ғаиләләренең ныҡлы булыуын теләйбеҙ.
Фото: Гөлназ Асаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: