Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 12:06

Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.Башгидромет мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 9 ноябрҙә, республикала йәшәүселәрҙе болотло һауа торошо көтә

көндөҙ аяҙлы-болотло. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, урыны менән тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал.
Һауа температураһы көндөҙ – минус 2, плюс 3 градус.
Шишәмбе, 10 ноябрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 2-7, урыны менән 11 градус һалҡын. Көндөҙ — 0 минус 5.
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 2-7, урыны менән 11 градус. Көндөҙ — 0 минус 5.
Фото: Станислав Шахов
Галина Бахшиева
Читайте нас: