Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 09:15

Йырсы Бибисара Азаматованың исеме - Баймаҡ районындағы урамға йәки мәктәпкә!

Бының турала бөгөн Темәс ауылы халҡы менән әңгәмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. ⏬

Ауыл халҡы төбәк етәксеһенән яңыраҡ мәрхүм булған билдәле йырсы Бибисара Азаматоваға республиканың атҡаҙанған йәки халыҡ исемен биреүҙе һораны. Радий Фәрит улы был һорауҙы тормошҡа ашырырға бойороҡ бирҙе. Артабан ул бер юлы райондағы берәй урамға йәки мәктәпкә йырсы исемен дә биреүҙе уйларға кәрәк тине.
Урындағы мәҙәниәт йорто етәксеһе Радий Хәбировтан музыка ҡорамалдары алырға ярҙам һораны һәм ыңғай яуап алды.
"Кәрәкле әйберҙәр Яңы йылға тиклем ҡайтарылыр. Тик эпидемиологик хәлде иҫәпкә алырға кәрәк - байрамды үткәреү иртәрәк. Беҙгә барыбыҙға ла һаҡланырға кәрәк", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: