Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 14:16

Ҙур концерттар ҡасан башланыр?

2021 йылда ла булмауы ихтимал...

Коронавирус инфекцияһы башланғас, был афәт тиҙ генә тамамланыр кеүек ине. Бына бер ай өйҙә ултырырбыҙ ҙа, шунан ғәҙәти тормош кире ҡайтырбыҙ тинек, артабан йәйгә тиклем көтөргә булдыҡ, бынан һуң көҙгә өмөттәр бар ине. Хәҙер иһә, ковидтың беҙҙең тормошҡа оҙаҡҡа килгәнен һәм сикләүҙәрҙең дә әле оҙаҡ ҡына ғәмәлдә булырын аңланыҡ. Пандемия тәү сиратта күңел асыу, мәҙәниәт тармағына тәьҫир итте. Яҙ көнө эшһеҙ ҡалған артистарҙың күпселеге әле һаман концерттар ойоштора, гастролдәр буйлап йөрөй алмай. Сикләүҙәр бер ни тиклем йомшартылғас, театрҙар эшләй башлап, бер ни тиклем концерттар ҙа булғайны. Тик әле йәнә хәлдәр насарайҙы һәм артистар бер-бер артлы концерттарын кисектерә башланы. Был беҙҙең республика ғына түгел, Рәсәй йондоҙҙарына ла ҡағыла. Әле мәҫәлән, кәмендә ике ҙур концерт 2021 йылдың ноябренә күсерелде. Мәҫәлән, “Радус” продюсер үҙәге белдереүенсә, Валерий Меладзеның концерты кәмендә бер йылдан һуң үтәсәк. Рәсәй сәхнәһенең билдәле артисы Өфөлә быйыл 15 ноябрҙә сығыш яһарға тейеш ине. Концерт 2021 йылдың ноябренә күсте. Шулай уҡ Ирина Кругтың концерты ла киләһе йылдың ноябрендә үтәсәк, тип планлаштырыла. Ә Өфөнән сыҡҡан йырсы, бөгөн йәштәр араһында популяр йондоҙ Алишер Моргинштерндың концерты бөтөнләй билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгән. Беҙҙең артистар ҙа ноябрь-декабрь айҙарына тәғәйенләгән концерттарын кисектерә башланы. Быларҙың бөтәһе лә коронавирус тыуҙырған хәүефкә бәйле. Артистар кешеләрҙең һаулығын ҡайғырта һәм инфекция сығанағы булғыһы килмәй. Фото: Яндекс.Новости Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: