Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 09:35

Тоҙло ҡыяр һыуынан ҡамыр

Бындай ҡамырҙан йомшаҡ, ҡабарып торған һәм телде йоторлоҡ пирожкиҙар әҙерләп була. Йыш ҡына тоҙланған ҡыяр, помидор һәм кәбеҫтәнең тоҙло һыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Был шыйыҡсаны түгергә ашыҡмағыҙ, пирожки ҡамырына бик тә ярап ҡала.

Бының өсөн 100 мл тоҙло кәбеҫтә йәки ҡыяр һуты, 1,5 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1/4 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы сода, 200 гр он кәрәк була.
Бөтә ҡатнашмаларҙы бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ул билмән ҡамырына ҡарағанда йомшағыраҡ булырға тейеш. Әҙерләп бөткәс тә, эсенә эслек тултырып пирожкиҙар бешерәбеҙ.
Фото: т.роза
Гөлнора Йәмилева
Торатау гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: