Ниһайәт, “Салауат Юлаев”тың фин хоккейсылары Теему Хартикайнен, Юха Метсола, Сакари Маннинен, Маркус Гранлундтың ҡатындары һәм балалары Өфөгә килде. Быға Континенталь хоккей лигаһы менән Финляндия етәкселегенең уртаҡ фекергә килеүе булышлыҡ итте.
Ғаиләләренең яндарында булыуы уйынсыларҙа тағы ла дәрт-дарман, сәм уятыр, тип ышанайыҡ. Яҡындарыңдың эргәңдә булыуына бер ни етмәй шул!