Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 18:13

"ДНК" тапшырыуын алып барыусы фажиғәле вафат булған

Уның менән бергә ҡатыны ла...

НТВ каналында 2018 йылдан “ДНК” тапшырыуын, быйылдан Лера Кудрявцева менән "Йондоҙҙар осрашты" (“Звезды сошлись”) проектын алып барған Александр Колтовойҙың фажиғәле һәләк булыуы тураһында “РИА Новости” үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итте. “Коллегабыҙ - “ДНК” һәм “Йондоҙҙар осрашты” (“Звезды сошлись”) проекттарын алып барыусы Александр Колтовойҙың һәм уның ҡатынының Мәскәү өлкәһендә самолет һәләкәтендә фажиғәле һәләк булыуы тураһында ҙур тетрәнеү менән еткерәбеҙ”, - тип яҙа НТВ каналының матбуғат хеҙмәте лә. Был хәл 7 ноябрҙә көндөҙ Мәскәү эргәһендәге Люберецк районында була: еңел моторлы шәхси самолет (штурвалда – Александр Колтовой, янында – ҡатыны) һәләкәткә тарый. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, самолеттың двигателе төҙөк булмаған һәм ул сараһыҙҙан ергә төшкәндә бәрелеүҙән янып киткән. Авария урынында төшөрөлгән фотоларҙан күренеүенсә, ул тулыһынса тиерлек янып бөткән. Мәскәү төбәк-ара тәфтиш комитеты ваҡиға буйынса тикшереү эше башлаған. Фото: m24.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: