Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 09:03

Бауыр күсереп ултыртҡайнылар, тағы – бәлә...

"Минең әле йәшәгем, балаларымды тәрбиәләгем килә. Уларҙың минән башҡа бер кеме лә юҡ..."

Салауат ҡалаһынан 50 йәшлек Светлана Рузматова тураһында йыл башында яҙғайныҡ инде. Бауыры эшлектән сыҡҡас, ул бер нисә йыл донор ағзаһы көткән. Был ваҡытта ул дүрт балаһы менән ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә көн күргән. Ире ғаиләнән киткән һәм балаларына ярҙам итмәй икән. Һәм бына ҡатынға уңыш йылмая: уға бауыр күсереп ултырталар, организм уны ҡабул итә, былтыр ҡала хакимиәте социаль торлаҡ бирә. Йыл ярым үткәс, Светлананы йәнә бәлә һағалай: уның енси ағзаһында яман шеш табалар. Сираттағы тапҡыр Өфөгә тикшерелергә килгәндә зарланғас, табиптар ауыртыныуҙарҙың бауырға бәйле түгел икәнен әйтә. Кисекмәҫтән операция талап ителә, әммә бисараға уны ныҡлап тикшермәйенсә, күп төрлө анализдар бирмәйенсә яһарға ярамай, сөнки трансплантаттың йәнә "баш күтәреүе" мөмкин. Ә ҡатындың бар пенсияһы даими рәүештә Салауаттан Өфөгә йөрөргә, дарыуҙарға китә. Өҫтәүенә уның кинйә улы ла сирле. Илһамға туғыҙ йәш, әммә ул үҙ йәшенән күпкә бәләкәй күренә, сибек кенә. Ул бер нисә етди ауырыуға дусар, малайға йыш ҡына ҡиммәтле тикшеренеүҙәр, дарыуҙар, операциялар талап ителә. – Минең әле йәшәгем, балаларымды тәрбиәләгем килә. Уларҙың минән башҡа бер кеме лә юҡ. Шуға күрә аҙ ғына ярҙамды ла ҡабул итергә әҙербеҙ – аҙыҡ-түлекме, көнкүреш химияһымы, кәнсә тауарҙарымы, аҡсамы... Хатта йылы, дәртләндереү һүҙенә лә мохтажбыҙ, – ти Светлана Рузматова. Әгәр һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, был мохтаж ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләйһегеҙ икән, ҡатындың телефоны – 8 (919)144-13-79. Фото: КП-Уфа. Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: