Дүртөйлө районының Йосоп ауылында Нефтекама ҡалаһынан аталы-уллы ике балыҡсы Ағиҙелгә балыҡ тоторға килгән. Атай кеше яңғыҙы ғына резина кәмәлә балыҡ ҡармаҡларға уйлаған. Тик ул яр буйына кире әйләнеп ҡайтмаған. Ошо хәлдән һуң улы ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ирҙең кәүҙәһен әйләнгән кәмәнән аҫтараҡ урында тапҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, был аҙнала балыҡ ҡармаҡлағанда дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Ике кешенең мәйетен Дүртөйлө районындағы һәм Октябрьский ҡалаһы эргәһендәге йылғаларҙан сығарһалар, тағы Мәләүез һәм Салауат райондарында водолаздар юғалған ике кешене эҙләй әле. Шуға балыҡ ҡармаҡларға тип юлланғанһығыҙ икән, бәлә-ҡазанан һаҡланыу кәрәелеге хаҡында ла онотмаһағыҙ ине. Фото: newsbash.ru Автор: Айһылыу Низамова