Ошо көндәрҙә сәйер шарттарҙа 31 йәшлек Илнур Ғарипов ғәйеп була. Әле яҡындары уны эҙләй һәм мөмкин булған бөтә сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә. Илнурҙың апаһы белдереүенсә, ир 1 ноябрҙән бирле юҡ.
– Бер кем бер нимә белмәй. Уның үҙе йәшәгән адрестан такси саҡыртҡанын беләбеҙ. Тик таксист беҙгә уны ҡайҙа алып барғанын әйтеүҙән баш тарта. Һуңғы тапҡыр уны фатирҙа бергә йәшәгән дуҫы күргән, – тигән апай кеше “КП-Уфа” баҫмаһына.
Егеттең юҡ булыуына бер аҙна булып килә. Ғаилә ағзалары полицияға ғариза яҙған.
Илнурҙың билдәләре: буйы 175 см, уртаса буй-һынлы. Уң ҡулында яра эҙе бар. Уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8 996 580-06-53 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.