Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 18:07

Америкала яңы Президент!

Джо Байден коронавирусты нисек еңергә белә икән...

Кемдәр донъя сәйәсәтен күҙәтеп бара, ишеткәндер: ниһайәт, Америка Ҡушма Штаттарында яңы Президент һайланды. Бер нисә көн тауыштар һанау дауам иткәндән һуң, ҙур булмаған айырма менән сенатор-демократ Джо Байдендың еңеүе асыҡланды. Ни бары бер срок ҡына был вазифала булып өлгөргән Дональд Трамп еңелде. Джо Байден еңеүен белгәс тә АҠШ халҡына мөрәжәғәт итте. – Мин айырыусы түгел, ә берләштереүсе президент буласаҡмын. Штаттарҙы демократ һәм республика дәрәжәһенә бүлергә йыйынмайым. Ни бары Ҡушма Штаттар ҡына бар. Мин был вазифаға Американың күңелен тергеҙеү һәм илебеҙҙе бөтә донъяла хөрмәт ителгән ил итеү өсөн килдем, – тине ул. Джо Байден элекке президент Трамп өсөн тауыш биргәндәргә лә мөрәжәғәт итте. – Трамп өсөн тауыш биргән кешеләрҙең күңеле төшөүен аңлайым. Мин үҙем дә ике тапҡыр еңелдем. Тик был кешеләр беҙгә дошман түгел, улар – американдар, – тине яңы һайланған президент. Байден был вазифала иң тәүҙә коронавирусҡа бәйле хәлде контролгә алырға йыйына. Асыҡланыуынса, уның был маҡсатта планы ла бар икән. – Киләһе дүшәмбе мин алдынғы ғалим һәм эксперттар төркөмөн тәҡдим итәсәкмен. Улар 2021 йылдың 20 ғинуарынан (яңы президент вазифаһына ошо көндән инәсәк) алып был планды тормошҡа ашыра башлаясаҡ, ул фундаменталь фәнгә нигеҙләнгән, - тине ул. Фото: Твиттер. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: