Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 18:11

Алһыуҙың ҡыҙы әле йырлаймы?

Йырсы Алһыуҙың ҡыҙы Микелланың “Тауыш. Балалар” шоуында ҡатнашыуын һәм аҙаҡ ошоға бәйле низағ сығыуын хәтерләйһегеҙҙер. Хәҙер ул...

Хәҙер Алһыуҙың 12 йәшлек ҡыҙы Микелла Абрамова артислыҡ карьераһын дауам итә. Алһыу ҡыҙының исеменең бер нисә вариантын тауар билдәһе булараҡ тәҡдим иткән: “Микелла”, “Mikella”, “Микелла Абрамова” һәм “Mikella Abramova”. Telegram-канал Mash хәбәр итеүенсә, барлыҡ документтарҙы ла Алһыу үҙенә рәсмиләштергән, сөнки Микелла бәлиғ булмаған әле. 18 йәше тулһа, ул үҙе коммерция маҡсатында теркәлгән исемен файҙалана аласаҡ. Тауар билдәһен реклама өсөн сәхнә исеме һәм берәй тауарҙы етештергәндә файҙаланырға мөмкин. Әйткәндәй, эшҡыуар Ян Абрамов менән йырсы Алһыуҙың тағы улдары Рафаэль һәм ҡыҙҙары Сафина бар. Өлкән ҡыҙҙары Сафина киләсәген медицина менән бәйләргә теләй, тип белдергән Алһыу. Ә Микелла бәләкәй сағынан сығыш яһарға ярата. Тик бына уның “Тауыш. Балалар” шоуында ҡатнашыуы низағ тыуҙырғайны. Тауыштарҙың ғәҙел йыйылмауы асыҡланғас, финал һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылғайны. Фото: yobte.ru Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: