Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 16:28

Әйбер өҫтөндә вирус бармы?

"Роспотребнадзор" белгестәре төрлө әйберҙәр өҫтөндә коронавирус барлығын тикшерер өсөн, 220 мең тауар йөҙөнән йыуынты алған.

"Роспотребнадзор" идаралығы коронавирус инфекцияһының үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе дауам итә.
Белгестәр төрлө әйберҙәрҙең, аҙыҡ-түлектең өҫтөн вирус барлығына тикшергән, 220 мең тауар йөҙөнән алынған йыуынтыла коронавирусты эҙләгән.
Һөҙөмтәлә, аҙыҡ-түлек өҫтәрендә ул табылмаған, уның ҡарауы, медицина ойошмаларында, магазиндарҙа, транспортта алынған өлгөләрҙә COVID-19 вирусы барлығы асыҡланған. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, тирә-яҡ мөхиттә коронавирус өлөшсәләре бар һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәү генә унан ҡотҡара ала.
Үрҙә телгә алынған тикшеренеүҙәрҙең 322-һендә генә (өлгөләрҙең 0,15 проценты) анализ һөҙөмтәләре ыңғай булған. "Роспотребнадзор" идаралығында был йүнәлештәге тикшеренеүҙәрҙе дауам итәләр.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/yber--t-nd-virus-barmi-533420/
Читайте нас: