Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 17:38

Ул ғаиләлә берҙән-бер бала булған...

Үҫмерҙәрҙең дуҫтары һөйләүенсә, улар араһында йыш ҡына низағ сығып торған.

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында булған ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Үҫмерҙәр юҡ-бар өсөн һуғышып, береһе һәләк булды, икенсеһе үлтереүсегә әйләнде.
Ваҡиға 3 ноябрҙә ҡаланың Еңеү паркында була. Был урында мәктәп уҡыусылары йыйылып күңел асырға ярата. Улар велосипед, скейтбордта йөрөй, аралаша. 16 йәшлек Айрат М. (исемдәр үҙгәртеп алынды) ошо паркка килеп велосипедта йөрөргә һәм төрлө трюктар яһарға яратҡан. Яҡшы уҡығаны өсөн әсәһе уға яңы велосипед алып биргән булған. Сираттағы трюк башҡарған саҡта Айрат яңылыш ҡына тәгәрмәсе менән иптәшенә – туғыҙынсы класс уҡыусыһы Антонға тейә. Улар тәүҙә талаша башлай, аҙаҡ һуғышып китәләр.
– Антон бер нисә мәртәбә йоҙроғо менән Айраттың башына һуҡты. Айрат йығылды һәм иҫен юғалтты. Егеттәр "Ашығыс ярҙам" саҡыртты, тик һуң ине инде. Антондың уны үлтергеһе килмәй ине, был яңылыштан шула булды. Ул әле бик ныҡ ҡайғыра, – тигән үҫмерҙәрҙең танышы “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрсеһенә.
Табиптар Айратты дауаханаға алып бара һәм уның үлемен теркәй. Ул ябыҡ баш мейеһе йәрәхәте ала, ошо сәбәпле мейеһенә ҡан һауа.
Үҫмерҙәрҙең дуҫтары һөйләүенсә, улар араһында йыш ҡына низағ сығып торған.
– Уларҙың мөнәсәбәте бик яҡшы түгел ине. Айрат Антонға йыш ҡына, әйҙә һуғышайыҡ, тип әйтә, тик Антон баш тарта торғайны, сөнки ул көслөрәк. Тик Айрат быны аңламай һәм йә велосипедына тибә, йә тағы берәй нимә эшләй ине. Антон ҡыҙыу холоҡло, һуңғы тапҡыр түҙмәй яңылыш үлтерҙе лә ҡуйҙы. Улар икеһе лә насар егеттәр түгел, тик бына холоҡтары йүнлегә килтермәне, – тип һөйләгән тағы бер таныштары.
Айраттың дуҫтары был хәлгә бик ҡайғыра. Уның ҡусты-һеңлеләре булмаған, ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫкән. Ә яңыраҡ ҡына өләсәһен ерләгәндәр.
– Әсәһенең әле нимә кисергәнен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ул бит уның берҙән-бер балаһы, шатлығы ине, – ти таныштары.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара.
Уйындан уймаҡ сыға тип бушҡа әйтмәйҙәр. Үҫмерҙәрҙең мин-минлеге, ҡыҙыу холоҡтары ана ниндәй фажиғәгә килтерҙе. Береһе - гүр эйәһе, икенсеһен йәш саҡтан ауыр яҙмыш көтә... Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә, үҫеп етһәләр ҙә, иғтибарҙан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Беҙ Айраттың әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ul-ail-l-ber-n-ber-bala-bul-an-533395/
Читайте нас: