Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 13:17

“Салауат Юлаев”тың элекке уйынсыһы төрмәгә эләкте

Аҡса етмәнеме икән? Уны былтыр көҙ ҡулға алдылар.

Хоккейсы Игорь Мусатовты “Салауат Юлаев” хоккей командаһы көйәрмәндәре әле онотмағандыр. “Спартак” клубы тәрбиәләнеүсеһе Континенталь хоккей лигаһындағы бер нисә команда өсөн уйнаны. Һәләтле хоккейсының ҡаҙаныштары ла бар, шул иҫәптән “Салауат Юлаев” командаһы составында “Шпенглер” кубогын яуланы. 2017 йылда ҙур спорттан китте.
Яңыраҡ Игорь Мусатов Мәскәү ҡалаһының Пресня суды ҡарары менән 800 мең долларлыҡ криптовалюта менән мутлашҡаны өсөн дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул был ваҡытты дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.
Игорь Мусатовты былтыр көҙ ҡулға алғайнылар. Мәғлүм булыуынса, 33 йәшлек спортсы бер төркөм әшнәләре менән криптовалюта һатыу эшендә алдашҡан. Зыян күргән кеше уға 45 миллион һум аҡса биргән, әммә вәғәҙә ителгән криптовалютаны көтөп ала алмаған.
Фото: bash.news
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Salauat-Yulaev-ti-elekke-uyinsi-i-t-rm-g-el-kte-526268/
Читайте нас в