Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 17:41

Республикалағы берҙән-бер виртуаль концерт залы ҡайҙа асыла?

Ҡала халҡы үҙен филармония концерттарын туранан-тура ҡарағандай хис итәсәк.

Стәрлетамаҡта ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә виртуаль концерт залы асыла. “Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” муниципаль бюджет учреждениеһы конкурста ҡатнашып, ошо башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан аҡса аласаҡ.
Проект 2022 йылда “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәни үҙәге – 3-сө китапхана нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Заманса мәҙәни тормоштоң өр-яңы формаһын, етди ресурсты тәшкил иткән виртуаль концерт залы тамашасыларға илебеҙҙең үҙәк залдарында барған Рәсәй һәм сит ил башҡарыусылары ҡатнашлығындағы концерттарҙы онлайн тәртибендә ҡарарға, ишетергә мөмкинлек бирәсәк. Заманса техника менән йыһазландырылған залда ҡала халҡы үҙен филармония концерттары премьераһын туранан-тура ҡарағандай хис итәсәк.
Әйткәндәй, ошо проектҡа ярашлы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә лә виртуаль концерт залы асыу күҙаллана. Әле унда әҙерлек эштәре бара.
Фото: ok.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Respublikala-i-ber-n-ber-virtual-kontsert-zali-ay-a-asila-533295/
Читайте нас: