Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 12:37

Лилиә биш тонна асфальт отто

Район юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре күп тә үтмәй уның ихатаһына асфальт түшәп тә ҡуйҙы.

Башҡортостанда гәзит, журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. Ейәнсура районында урындағы гәзиткә яҙылыусылар араһында лотерея ойошторолдо.
Иҫәнғолда йәшәгән Лилиә Аҡсурина икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу квитанцияһын тапшырып, биш тонна асфальт отто. Район юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре күп тә үтмәй уның ихатаһына асфальт түшәп тә ҡуйҙы.
“Зианчуринские зори” гәзитенә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыу күптән инде йолаға әүерелде. Быҙау һәм биш тонна асфальт икенсе ярты йыллыҡҡа төп бүләк итеп билдәләнгәйне. Гәзит редакцияһы хөрмәтле бағыусыларға, гәзитте яратып уҡыған, уның районға кәрәклеген яҡшы аңлаған кешеләргә рәхмәтен еткерә”, – тине акцияны ойоштороусылар.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Lili-bish-tonna-asfalt-otto-532618/
Читайте нас: