Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 19:49

Колбаса ашайым тиһәм...

Ейәнсуралағы предприятие етештергән продукцияла микроблы матдәләрҙең артып китеүе асыҡланған.

Ейәнсура районында колбаса етештергәндә ҡағиҙәләрҙе боҙоғандар. Был хаҡта Ufacitynews порталы хәбәр итә.
“Россельхознадзор” сентябрҙә үк урындағы етештереүсенең 50 килограмлыҡ ит партияһына тикшереү үткәргән булған. Экспертиза күрһәтеүенсә, бешерелгән колбасала микроблы трансглютаминаздар миҡдары артып китеүе асыҡланған. Был Таможня союзының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса техник регламентын боҙоу иҫәпләнә.
Ошо сәбәпле административ эш асҡандар - ойошмаға штраф һалынған. Әммә илдәге пандемияға бәйле, был ойошманың тауар етештереү күләме кәмегән. Шунлыҡтан предприятиеның хәле шәптән булмағанлығын иҫәпкә алып, штрафты 50 меңгә тиклем кәметкәндәр.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kolbasa-ashayim-ti-m-533563/
Читайте нас: