Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 13:37

Салауат Фәтхетдиновтың хәле нисек?

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдиновтың сирләп китеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.

Тәтешле районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдиновтың сирләгәне хаҡында хәбәр иткәйнек. Был хаҡта ул үҙе Инстаграм аша белдергәйне.
“Әле йырсының хәле арыулана бара”, - тип яҙа күрше республика баҫмалары PROKAZAN.RU һәм KAZAN FIRST. Улы Рөстәм Фәтхетдинов Инстаграмда ҡуйған сториста атаһы ғаилә мөхитендә татар телендә йыр башҡара.
Салауат Фәтхетдинов үҙенең сирләп китеүе хаҡында хәбәр иткәс, уның дуҫтары, социаль селтәрҙәге яҙылыусылары йырсыға ихлас күңелдән һаулыҡ, тиҙерәк шәбәйеп аяҡҡа баҫыуын теләне.
Фото: i.ytimg.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: