Благовар районынан ҡот осҡос хәбәр килеүе, унда йәше лә тулмаған сабыйҙың йәнһеҙ кәүҙәһен табыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек.
Аяныслы ваҡиға Мирный ауылында булған. Бер нисә айлыҡ малайҙың үле кәүҙәһен иртәнге биш сәғәттә тапҡандар, тип хәбәр ителгәйне. Хоҡуҡ һаҡлау органдары баланың ғүмере быуылыу юлы менән өҙөлгән, тип билдәләгән.
Республика буйынса Тәфтиш комитеты был хәл буйынса комментарий биргән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаны бәхетһеҙ осраҡ, тип фаразлай. Фажиғә төнөндә малай муйыны менән бишектең төбө һәм ҡабырғаһы араһына ҡыҫылған, тын юлдары быуылғас, ул һәләк булған.
Әсә улын иртәнге биштә бишектә тапҡан. Ул “ашығыс ярҙам” һәм полиция саҡырған. Тәфтиш комитеты һаҡһыҙлыҡ менән үлемгә дусар итеү статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Әлеге ваҡытта малайҙың ғаилә ағзаларынан һорау алалар, мәрхүм сабый йәшәгән торлаҡ һәм социаль шарттарҙы тикшерәләр.
Бишек тә енәйәт эшен асыҡлау, хәүефһеҙлек кимәлен билдәләү өсөн алынған.
Енәйәт эше – Тәфтиш комитеты етәкселеге контролендә.
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды