Башҡортостанда СOVID-19 вирусын йоҡторғандар тәүлек эсендә 97-гә артып, бөтәһе 11 148 кеше тәшкил итте. Пандемия осоронда 10 302 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 208.
Әле 261 пациент - стационарҙарҙа, 529 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән 24 сәғәт эсендә бер сирле вафат булған. Шулай итеп, пандемия осоронда вирус ҡорбандары һаны 56-ға етте.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны буйынса антирекорд ҡуйылды – 19 768 кешелә коронавирус диагнозы раҫланды. Пандемия осоронда был - иң юғары күрһәткес. Тәүлектә вафат булғандар һаны ла артҡан – 389. Эксперттар күҙаллауы буйынса, статистика бер нисә аҙна ошо тәңгәлдә торасаҡ, аҙаҡ платоға сығыуыбыҙ бик ихтимал. Вирусологтар ҙа был хаҡта һаҡ ҡына иҫкәрткәйне. Планетала 47,4 миллион кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡторғаны билдәле.