Даирә
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Ноябрь 2020, 21:09
COVID-19 өсөн хас булған тән температураһы әйтелде
COVID-19 менән ауырығандарҙың күбеһендә тән температураһының
37,5 градус булыуы күҙәтелә – был сирлеләрҙең 90 проценты өсөн хас, тип билдәләне Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Сергей Авдеев.
Lenta.ru
хәбәр итеүенсә, башҡа билдәләре — хәлһеҙлек, арыусанлыҡ, йүтәл, тын ҡыҫылыу, баш һәм тамаҡ ауыртыуы.
Бынан алда Федераль медицина-биология агентлығының баш инфекционисы Владимир Никифоров белдереүенсә, COVID-19 менән сирләгәндә 38,5 градусҡа тиклемге температураны төшөрөргә ярамай, ә түҙергә кәрәк. Коронавирусты организм ОРВИ кеүек ҡабул итә, шуға күрә уға ла ҡағиҙәләр бер үк, тип аңлатты ул.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1517521/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?