Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Ноябрь 2020, 16:03

Балығыҙ файҙалы булһын

Балдың сифаты тураһында төрлө имеш-мимеш хә­бәр­ҙәр йыш ишетергә ту­­ра килә. Таныш­тар ара­һында ла “бал алып отолдом”, тип бор­солғандар бар. Ошо мифтарҙы юҡ­ҡа сы­ғарыу өсөн оҙаҡ йылдар ҡортсолоҡ ме­нән шө­ғөлләнгән, үҙенең даи­ми һатып алыусылары булған Мөҡсин ауы­лында йә­­шәүсе тәж­рибәле умартасы Риф Мөхәмәтҡоловтың кәңәштәрен тыңлайык.

- Тамсылап йыйылған балдың ҡәҙерен, сифатын һәм нескәлектәрен умартасының үҙенән дә яҡшыраҡ белгән кеше булмайҙыр. Һәр һатып алыусының үҙ талаптары була. Кемдер тәме өсөн ҡатнаш сәскә балын яратһа, башҡа берәү сәләмәтлеккә файҙаһы күберәктер, тип йүкә йәиһә ҡарабойҙай балын алырға теләй.
Балдың сифаты күп ваҡыт яҡшы һауа шарттарына, йылдың нисек килеүенә бәйле. Майҙа, июнь баштарында алынған бал шыйыҡ була һәм ул ҡатып бармай. Ә көнбағыш балы бик тиҙ ҡата. Шуны әйтергә теләйем, быйыл иһә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә бал тиҙ үк крис­талланған. Умартасыларҙың ҡайһы берәүҙәре балды айыртып алғас, рамдарҙы ҡорттарҙан таҙарттырырға ҡуймайҙар. Был осраҡта кәрәҙҙә балдың кристалдары ҡала һәм икенсе йылға киптерелмәгән, таҙартылмаған рамдар балды тиҙ ҡатыра. Әммә балдың сифаты бынан бер нисек тә үҙгәрмәй. Ул файҙалы ризыҡ булып ҡала.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.
Читайте нас: