Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 16:12

Йорт һәм аласыҡ көл-күмергә әйләнә

Ике районда ла - Баймаҡта һәм Саҡмағошта - ҡорбандар бар.

Саҡмағош районының Ҡарғалы ауылында төндә ағас йорт янып киткән. Утты ауыҙлыҡларға янғын һүндереүселәргә сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут эсендә 1970 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Ошо ваҡыттар тирәһендә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында ла утҡа бәйле бәхетһеҙлек була: 5х4 ҙурлыҡтағы йәйге аласыҡты тотошлай ут ялмап ала. Ярты сәғәттән уны һүндереүгә өлгәшәләр. Бында ла ҡорбанһыҙ булмай: көл-күмер араһында 28 йәшлек егеттең янған кәүҙәһе табыла. Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана. Урындарҙа тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүселәре эшләй, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Фото:Ufa.bezformata.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: