Даирә
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 00:23

Уларға пособие түләнәсәк

Бөгөн Хөкүмәт Президиумында ултырышында ниндәй ҡарар ҡабул ителде?

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт Президиумы ултырышында карантин йәки ҡурсаланыу шарттарында эшмәкәрлеген дауам иткән социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған пособие тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Һүҙ карантин мәлендә йәки автономиялы режим шарттарында 14 көн эшмәкәрлеген дауам иткән социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара.
Әйткәндәй, Мишкә районының Ирсай ауылындағы “Ғаилә” үҙәге - 2020 йылдың 18 апреленән, Кушнаренко районының Шәрип ауылындағы “Ышаныс-К” халыҡҡа социаль ярҙам итеү ойошмаһы 2020 йылдың 20 апреленән әлегә тиклем карантин шарттарында эшләй.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ular-a-posobie-t-l-n-s-k-528250/
Читайте нас в