Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 12:42

Туй күлдәген кем урлаған?

Кейәүгә сығам тип шатланып ҡына йөрөгәндә, ҡыҙҙың башына көтөлмәгән бәлә килгән...

Баш ҡалала бер ҡыҙ менән бик тә күңелһеҙ ваҡиға булған: кейәүгә сығам тип шатланып ҡына йөрөгәндә... уның туй күлдәген урлағандар. Хәл 31 октябрҙә Инорс биҫтәһендә булған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, 28 йәшлек ҡыҙ был кистә “Хонда” автомобилен сауҙа үҙәгенең туҡталҡаһында ҡалдырған. Кире әйләнеп килгәс, салонда яңы ғына һатып алған туй күлдәген тапмаған, шулай уҡ 35,5 мең һум аҡсанан да елдәр иҫкән. Шуныһы ҡыҙыҡ: автомобилдең йоҙағын ватыу эҙе табылмаған, бурҙың нисек автомобилгә инеүе бидәһеҙ. Ҡыҙ полицияға ғариза яҙған. Уғрылыҡ осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әйткәндәй, автомобилдә шик аҫтына алынған кешенең бармаҡ эҙҙәрен тапҡандар. Шулай уҡ туҡталҡа видеокүҙәтеү аҫтында булғаны билдәле: хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре видеояҙмаларҙы ла тикшерәсәк. Фото: img.gazeta.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: