“Инцидент” системаһына Илеш районының Үрге Маншыр ауылында йәшәгән Рәйлә Зарипова мөрәжәғәт иткән. “Өс йыл инде “Башинформсвязь” аша интернет селтәренә тоташа алмайбыҙ. Порттарҙы киңәйтә алмау сәбәпле, техник мөмкинлектәрҙең булмауына һылтаналар. Интернет селтәре юҡлыҡтан балалар дистанцияла уҡый алмай. Ауылдыҡылар ҡала кешеләренән кәмме ни? Тимәк, минең балам пандемия ваҡытында мәктәпкә йөрөп, һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға мәжбүр. “Билайн”дың мобиль интернеты түбән сифатлы, видеошылтыратыуҙар аша аралашып, файлдарҙы тәьмин итеп булмай, башҡа операторҙарҙыҡы бөтөнләй насар”, – тип дәғүә белдерә Рәйлә Зарипова. Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Хәйбрахманов хәбәр итеүенсә, мөрәжәғәттә күрһәтелгән проблема хаҡында "Башинформсвязь" йәмғиәте менән һөйләшелеп, мәсьәлә хәл ителгән, 29 октябргә Үрге Маншыр ауылының Гагарин урамындағы 14-се йорт интернетҡа тоташтырылған. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Римма Султанова