Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 00:27

Ирегеҙ йорт тиранымы?

Йоҙроғона хужа була алмаған иргә ҡаршы торорға була. Белгестәр фекеренсә...

Йортта көс ҡулланыу, ҡатын-ҡыҙға һәм балаларға ҡул күтәреү, психологик баҫым яһау, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Бер яҡтан, донъя социаль-ижтимағи, иҡтисади, техник йәһәттән алға китһә лә, кешелек донъяһының иң ябай, әммә иң ҡатмарлы проблемалары алғы һыҙыҡтан төшмәй.
Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Киске Телеүҙәк” программаһының сираттағы сығарылышы тап ошо темаға арналғайны. Унда төрлө йүнәлештәге белгестәр ҡатнашып, үҙ фекерен белдерҙе, проблеманы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Мәҫәлән, әле баш ҡалала “Көслөләр көс ҡулланмай” (“Сильные не бьют”) социаль проекты тормошҡа ашырыла. Ул оло йәштәгеләргә, балаларға, йәнлектәргә ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәт проблемаһына иғтибар йәлеп итеү өсөн ойошторолған.
Проектта акцент көс һәм баҫым ҡулланыу һөҙөмтәһенә яһалмай, киреһенсә, рухи, физик яҡтан көслө кешенең бер ваҡытта ла үҙенән көсһөҙөрәккә ҡарата көс ҡулланмаясағын күрһәтә.
Проекттың төп этәргесе – социаль роликтар, уларҙа “ни өсөн көслөләр көс ҡулланмай?” һорауына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле кешеләре яуап бирә.
Ғөмүмән, был мәсьәләнең үтә киҫкен икәнлеген статистика мәғлүмәттәре аныҡ күрһәтә. Илебеҙҙә сәғәт һайын бер ҡатын йортта үҙ яҡынынан туҡмалып үлә, һәр ярты сәғәт кемдер көсләү ҡорбаны була.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һүҙҙәренсә, көс ҡулланыу менән һәр бишенсе ҡатын осраша. Әммә был да проблеманы тулыһынса күрһәтмәй, ә айсбергтың өҫтө генә, ти ул.
Әлеге ваҡытта депутат һәм уның хеҙмәттәштәре ошо мәсьәләне ҡануниәт кимәлендә хәл итеү өсөн яңы закон проекты әҙерләй. Был башланғыс бик күп көс, эш талап итә, сөнки иҫәпкә ала торған үҙенсәлектәр бихисап.
"Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ үҙе полицияға барырға, көс ҡулланыусыға ҡаршы ғариза яҙырға, факттар йыйырға һәм судта үҙенең ҡорбан икәнлеген иҫбатларға мәжбүр. Әммә ғәмәлдә улай булырға тейеш түгел: көс ҡулланыуға дусар булған ҡатын түгел, ә белгестәр йыйырға тейеш иҫбатлауҙарҙы. Иң мөһиме – иҫкәртеү саралары. Кеше бер тапҡыр иғтибарға эләкте икән, тимәк, артабан да уны күҙәтеү зарур. Ғөмүмән, был мәсьәлә кардиналь ҡарарҙар талап итә", – ти Зариф Байғусҡаров.
Белеүебеҙсә, пандемия тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртте, халыҡ ҡурсаланыу осоронда өйҙә ултырырға мәжбүр булды, был күренеш әле лә көнүҙәк. Башҡа проблемалар менән бер рәттән, сир эҙемтәләре йортта көс ҡулланыу мәсьәләһен дә киҫкенерәк итте.
Билдәле тележурналист, йортта көс ҡулланыуға ҡаршы закон авторҙарының береһе Оксана Пушкина әйтеүенсә, өйҙә көс ҡулланыу осраҡтары пандемия осоронда 5-6 тапҡырға артҡан. Әлбиттә, аныҡ һандарҙы бер кем дә әйтә алмай, сөнки күптәр уңайһыҙлана, бәлә менән яңғыҙы ҡала, туҡмалыу проблемаһы өй стеналарынан сыҡмай, полицияға барып етмәй. Шулай уҡ был күренешкә “криминал тип һанарлыҡ бер нәмә лә юҡ” тип ҡарау ҙа хәлде ҡатмарлаштыра.
"Көс ҡулланыу ҡорбандары закон тарафынан яҡлаулы түгел. Әммә беҙҙең ил кешелеклелек яҡлы, шуға ла хәл үҙгәрер тигән өмөт бар", – ти Оксана Пушкина.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта йоҙроғона хужа була алмаған йорт тиранын ни эшләтергә була?
Кеше хоҡуҡтарын һаҡлаусы Алена Попова фекеренсә, әлеге ваҡытта беҙҙең дәүләттә ундайҙарҙы язаға тарттырыуҙың ҡануни ҡоралдары бик аҙ. Әммә барыбер үҙеңдекен иҫбатларға тырышырға кәрәк! Мәҫәлән, һеҙҙе туҡманылар икән, мотлаҡ травпунктҡа мөрәжәғәт итергә, туҡмалыу эҙемтәләрен теркәтергә кәрәк. Полиция иһә зыян эҙемтәләрен мотлаҡ тикшерергә тейеш. Әгәр ҙә улар туҡмалыу йәрәхәттәре тип табыла икән, Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.1.1 статьяһы буйынса административ тикшереү тормошҡа ашырылырға тейеш. Унан эш район судына ебәрелә.
Әгәр ҙә һаулыҡҡа еңелсә зыян килтерелгән икән, полиция материалды мировой судья участкаһына тапшырыу тураһында ҡарар сығара. Унда инде зыян күреүсе барып, енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн ғариза яҙырға тейеш (Рәсәй Енәйәт кодексының 115-се статьяһы).
Ғаризаларҙың барлыҡ миҫалдарын Интернет селтәрендә табырға мөмкин, мәҫәлән, https://wcons.net/ һылтанмаһы буйынса “Ҡатын-ҡыҙҙың Хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларының консорциумы” сайтында йорт тирандары ҡорбандарына ярҙам итерлек бихисап мәғлүмәт бар. Унан тыш, башҡа кризис үҙәктәренең сайттары ла мәғлүмәтле. Әйтергә кәрәк, телгә алған осраҡтарҙа көс ҡулланған кешене ике йылға яуапҡа тарттырырға була.
Фото: iz.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Irege-yort-tiranimi-527569/
Читайте нас: