Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 16:45

Зинһар, битлегеңде һалма!

Ял көндәрендә генә талаптарҙы үтәмәгән 700 кешегә протокол төҙөлгән.

Башҡортостанда битлек режимы көсәйтелде. Был турала кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та әйткәйне. Талапты үтәмәгәндәргә протоколдар төҙөләсәк.
Үткән ял көндәре - 31 октябрҙә һәм 1 ноябрҙә - битлек режимын үтәмәгән өсөн 700 протокол төҙөлдө. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Роспотребнадзор” ил буйынса дөйөм битлек режимы индерҙе. Нормаларҙы үтәүҙе тикшереү саралары Рәсәй буйынса көсәйтелде һәм даими алып барыла.
Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ҙур рейдтар 28 октябрҙән башланды. Башҡортостан Башлығының “Юғары әҙерлек” режимы тураһындағы указына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер битлекте йәмәғәт урындарында, транспортта, такси, парковка, лифтта ла кейергә кәрәк. Ә сауҙа объекттарында, финанс ойошмаларында, күп функциялы үҙәктәрҙә бирсәткәләр кейеү ҙә мотлаҡ.
Кем талапты үтәмәй, штраф. Уның күләме бер меңдән башлып 200 мең һумға тиклем барып етә.
Тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: граждандарға бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта өс-биш мең һум тәшкил итәсәк. Вазифалы кешеләр өсөн – 5 - 15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта 15 – 30 мең һум). Ойошмалар өсөн 50 – 100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү сараһы ҡулланылыуы ихтимал.
Шулай үткән ялдар эсендә генә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм вәкәләтле кешеләр Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.6.1 статьяһына ярашлы, 700-ҙән ашыу протокол төҙөгән. Был кешеләрҙең бөтәһе лә йәмәғәт урындарында битлек режимын үтәмәгән.
31 октябрь төнөндә йәмәғәт туҡланыуы объекттары ла тикшерелде. Указға ярашлы, уларҙың эшмәкәрлеге 23 сәғәттән 6 сәғәткә тиклем тыйыла. Рейд барышында был талапты үтәмәгән өс ойошмаға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш ҡуҙғатылған.
1 ноябрҙә баш ҡалала сауҙа үҙәктәре тикшерелгән. Һигеҙ ойошмала административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланған. “Меркурий” һәм “Заречный” сауҙа үҙәктәре етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе ябылған.
Төп етешһеҙлектәр – ингән ерҙә тән температураһы үлсәнмәй, битлек режимы үтәлмәй, бирсәткәләр булмау һәм биналарҙы эшкәртеү журналдарын алып барыуҙа етешһеҙлектәр.
Әлеге ваҡытта кйәмәғәт транспортында, вокзал һәм аэропортта, сауҙа үҙәктәре һәм магазиндарҙа даими рәүештә үткәрелеп тора. Транспортҡа килгәндә, “Башавтотранс” пассажирҙары тулыһынса тиерлек талапты үтәй, ә бына маршруткаларҙа хәлдәр насарыраҡ. Әгәр кеше әйткәндән һуң да битлеген кеймәй, ҡаршылаша икән, уға ҡарата протокол төҙөйҙәр.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Был талаптар штрафтар һалыу өсөн түгел, ә беҙҙең һаулығыбыҙҙы ҡайғыртып башҡарыла. Ҡурҡыныс инфекциянан битлектәр һаҡлай, был күптән дәлилләнде. Шулай булғас, зинһар өсөн, өйҙән сыҡҡанда битлектәрегеҙҙе һалмағыҙ. Үҙегеҙ һәм башҡа кешеләр тураһында уйланайыҡ.
Фото: vyksavkurse.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Zin-ar-bitlege-de-alma-526550/
Читайте нас: