Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 20:48

Туҡмалып ултыра торған заман түгел!

Яҡынығыҙ ҡул күтәрә йәки психологик баҫым яһаймы? Әгәр ҙә был проблема һеҙгә яҡшы таныш икән, ҡурҡмағыҙ, беҙ тәҡдим иткән телефондарға шылтыратығыҙ, яңғыҙ түгел икәнлекте онотмағыҙ!

Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә Башҡортостанда “Көслөләр көс ҡулланмай” (“Сильные не бьют”) социаль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул буллинг, оло йәштәгеләргә, балалаларға, йәнлектәрғә ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәт ҡорбандарына иғтибар йәлеп итеү өсөн ойошторолған.
Проектта акцент көс һәм баҫым ҡуланыу һөҙөмтәһенә яһалмай, киреһенсә, рухи һәм физик яҡтан көслө кешенең бер ваҡытта ла үҙенән көсһөҙөрәккә ҡарата көс ҡулланмаясағын күрәһәтә, “Ни өсөн көслөләр көс ҡулланмай?” тигән һорауға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле кешеләре яуап бирә.
Әгәр ҙә һеҙ көс ҡулланыу ҡорбаны булһағыҙ, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Һеҙгә бер нисә йүнәлеште тәҡдим итәбеҙ. Иң мөһиме, ҡурҡмағыҙ, сөнки ҡорбан булып йәшәргә ярамай!
1.”Көслөләр көс ҡулланмай” проекты. Бында ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтәләр һәм “Мөхәббәт” кризис үҙәгенә кәңәш, консультация өсөн йүнәлтмә бирәләр. Был үҙәк республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау минисрлығы базаһында эшләй. Унда йорт тирандарынан зыян күргәндәр ваҡытлыса торлаҡҡа һәм юристарҙың, психологтарҙың ярҙамына иҫәп тота ала.
Үҙәк телефоны: +7 347 286-02-53.
  1. “Ғаилә ” Республика ресурс үҙәге. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү бүлеге Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27/1 адресы буйынса урынлашҡан. Тәүлек әйләнәһенә эшләй.
  2. Телефоны: 8 (347) 28 60 253
    1. Ашығыс психотерапевтик ярҙам күрһәтеү телефоны: 8 (347) 285-77-07 (берҙәм регистратура).
      1. Күп каналлы ышаныс телефоны: 8 800-700-01-83
        1. Баш ҡалалағы ашығыс медико-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса ышаныс телефоны: (347) 295-02-36
          1. Бөтә Рәсәй балаларҙың берҙәм ышаныс телефоны: 8 800-200-01-22
            1. Психологик ярҙам күрһәтеү буйынса ышаныс телефоны:8 800-700-01‒83
              1. Бөтә Рәсәй көс ҡулланыуҙан зыян күргән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ышаныс телефоны: 8-800-700-06-00
                1. “Индиго” ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге:
                2. Өфө, Шәфиев урамы, 12/2, (347) 223-22-11.
                  1. Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге: Өфө, Пархоменко урамы, 133/1,
                  2. (347) 273-09-00 (ышаныс телефоны) ; (347) 276-56-03 — ашығыс психологик ярҙам.
                    1. Психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге:
                    2. Өфө, Дағстан урамы, 31/18, (347) 227-13-36; 8 (347) 281-07-13
                      Фото: ria.ru
                      Автор: Гүзәлиә Балтабаева
                      https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tu-malip-ultira-tor-an-zaman-t-gel-527573/
                      Читайте нас: