Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 10:53

Сир билдәһе булмағандар ҙур хәүеф тыуҙыра

Коронавирусты йоҡторғандарҙың 45 процентында сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәй. Ғалимдар был серҙе асҡан тиерлек.

Пекиндағы дөйөм профилле дауахананың Үпкә медицинаһы һәм реанимация колледжы белгестәре коронавирусҡа толерантлығы булған өс пациенттың хәлен һүрәтләгән. Был сирлеләрҙе бер ниндәй ҙә ауырыу билдәләре борсомаған, әммә коронавирус уларҙың организмында оҙаҡ ваҡыт һаҡланған.
Бығаса ошондай феномен туберкулезға, холераға һәм башҡа инфецияларға бәйле һүрәтләнгән булған. Унда ла сирлеләрҙең күпселеге ауырыуҙы билдәһеҙ үткәрә.
Хәҙер килеп, ғалимдар билдәһеҙ (симптомһыҙ) COVID-19 вирусын йөрөтөүселәрҙең серен асҡан тиерлек. Уларҙың ҡанында организмды вирус өлөшсәләренән тиҙ генә таҙартыусы лимфоциттар күп икәнлеге билдәле. Ошо хаҡта Ҡытайҙың Ухань университетының бер төркөм белгестәре журналда ғилми эш баҫтырған.
Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың 45 процентында сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәй, һәм был пандемия башланғандан бирле тикшереүселәр өсөн сер булып тора.
Шул уҡ ваҡытта сир билдәһе булмау был кешеләр башҡалар өсөн хәүефһеҙ тигәнде аңлатмай: улар, сир билдәһе булғандар кеүек үк, вирусты әүҙем рәүештә тарата, шуға күрә ҙур хәүеф тыуҙыра. Анығыраҡ әйткәндә, тап ошондай кешеләр пандемияны алға этәреүсе булып тора ла.
Белгестәр COVID-19 йоҡторған кешеләрҙең ни өсөн ауыр эҙемтәләрҙән һәләк булғаны, ә бәғзеләрҙең был вирусты хатта тоймауы серҙәрен дә асыҡларға тырышҡан. Бының өсөн Ҡытай ғалимдары сир билдәһе булмаған һәм коронавирустың ауыр формаһы менән ауырыған 25, дауаханаға эләккән 27 пациенттың тамаҡтан алынған биоматериалдарын, ҡан өлгөләрен тикшергән.
Ике төркөм пациенттарҙың да вирус көсөргәнеше яҡынса бер сама булып сыҡҡан (организмдағы шыйыҡсаларҙа вирус өлөшсәләренең концентрацияһы). Ә сир билдәһе булмағандарҙың организмында лимфоциттарҙың бөтә төрө лә юғары кимәлдә икәне асыҡланған. Билдәле булыуынса, улар - иммун системаһының төп күҙәнәктәре, төрлө инфекцияларҙан һаҡлайҙар.
Ғалимдар иҫәпләүенсә, тап коронавирустың билдәһе булмаған кешеләрҙең организмында лимфоциттарҙың юғары концентрацияһы уларҙың өҫтөнлөклө хәлдә икәнен билдәләй. Т-күҙәнәктәр вирусты контролдә тота, организмды уларҙың өлөшсәләренән тиҙ таҙартыуға булышлыҡ итә, сир билдәләренә үҫешергә форсат бирмәй.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sir-bild-e-bulma-andar-ur-h-ef-tiu-ira-525307/
Читайте нас: