Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 20:36

Әсәйҙәрҙең була төрлөһө

Өфөлә ошо йылдың туғыҙ айы эсендә 23 ҡатын яңы ғына донъяға килгән сабыйҙарынан баш тартырға теләгән, тип хәбәр итә ҡаланың опека һәм попечителлек буйынса идаралығы.

Шулай ҙа һөйләшеүҙәр, иҫкәртеү эштәре һөҙөмтәһендә ғаиләләрҙә 14 сабыйҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшкәндәр. 9 сабый донъяға килеү менән әсәйһеҙ ҙә, атайһыҙ ҙа ҡалған, улар әле Бала йортонда тәрбиәләнә.

Бындай үкенесле хәлдәр былтыр ҙа күҙәтелгән, ошо ваҡыт арауығында 28 әсә балаһын тәрбиәләүҙән баш тартҡан. Әммә аҡылдарына килеп, сабыйҙарын ғаиләләренә кире алғандар ҙа бар. Былтыр 18 баланы өйҙәренә ҡайтарғандар.

Баш ҡалала 2014 йылдан алып сабыйҙарын бала табыу йортонда ҡалдырырға теләгән әсәләр менән иҫкәртеү эше алып барыусы хеҙмәт эшләй. Белгес шунда уҡ бала табыу йортона барып, сабыйҙан баш тартыу сәбәбен асыҡлай, консультация үткәрелә, ғаиләнең хәле, яҡындары тураһында мәғлүмәт йыйыла. Ҡатын риза булғанда, уның һәм ғаиләһе менән реабилитация үткәрелә. Ғаилә менән эш өс ай дауам итә, ҡайһы осраҡтарҙа ике йылға тиклем оҙайтылыуы ла мөмкин.

Фото: detitambov.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/s-y-r-e-bula-t-rl-/
Читайте нас: