Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 15:31

Һарайға ташлап киткәндәр...

Меҫкен ирҙең Йәрмәкәй районынан булыуы асыҡланған.

Баш ҡаланың Иван Якутов урамындағы ташландыҡ һарайҙарҙың береһендә ир кәүҙәһен тапҡандар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уның туҡмап үлтерелеүен бидәләгән.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, был кеше күптән Өфөлә асарбаҡ тормошон алып барған. Әммә уның кем икәнлеге билдәле: 52 йәшлек ир – Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылынан.
Меҫкенде кем туҡмаған һәм шундай хәлдә ҡала үҙәгендә ташлап киткән – әлегә асыҡлана.
Ваҡиға урынынан хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре иҫке тун, башлыҡ кеүек әйберҙәрҙе, ҡан өлгөләрен алған.
Енәйәт эше асылған.
Фото: sarinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/aray-a-tashlap-kitk-nd-r-526579/
Читайте нас: