Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 16:58

“Ғаиләмде тарҡата яҙҙым...”

Күккә сөйгән танауын, тәкәбберлеген, мин-минлеген һындырғым килгәйне, тик киреһенсә килеп сыҡты...

Мин иремде ысын күңелдән яратам, тормошомдо унан башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Һуңғы ваҡытта арабыҙҙағы боҙҙай һалҡынлыҡ үҙәккә үтә. Барыһына ла үҙем ғәйепле... Терһәкте тешләрҙәй булһаң да, һуң инде.
Марат менән хан заманынан тиерлек бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Уның миңә ғашиҡ булыуын әхирәттәрем әйтте, ә мин уны һанға һуҡманым, сөнки башҡа егеткә мөкиббән киткәйнем. Һөйгәнемдең исеме лә ҡолаҡҡа ятышлы - Данияр! Тик беҙҙең мөнәсәбәттәр нисек ҡыҙыу башланған, шулай уҡ тиҙ һүрелде. Күп ҡыҙҙарҙың “һөймәлекле һөйәге” йәнә үҙенә пар тапты, оҙаҡламай өйләнгәнен дә ишеттем. Хыянатты кисереүе еңел булманы, йоҡоһоҙ төндәр, депрессия... Шул ваҡытта янымда Марат булмаһа, ни эшләр инем, тигән уйҙан әле лә тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә.
Өйләнешергә тәҡдим яһағас, ризалаштым. Өс йыл дауамында мин Маратҡа бөтә йөрәгемдән ғашиҡ булдым. Бәхетемдең эргәмдә генә булғанын саҡ аңланым. Барыһы ла яҡшы ине... Даниярҙың социаль селтәрҙә мине табып, аралашырға теләүе, улай ғына түгел, мине һағыныуын, үкенеүен белдереүе эште боҙҙо. Дөрөҫөн әйткәндә, ул мине күптән ҡыҙыҡһындырмай, романтик мөнәсәбәттәр ҡороу планымда бөтөнләй юҡ ине. Күккә сөйгән танауын, тәкәбберлеген, мин-минлеген һындырғым килгәйне. Тик беҙҙең социаль селтәрҙә яҙышҡанды ирем күреп ҡалған. Быны мин йәшерергә лә тырышманым, Мараттың шул тиклем рәнйерен, ауыр ҡабул итәсәген белгән булһам... Минең аҡланырға тырышыуымды тыңлап та торманы, үҙенә йомолдо, бер һүҙемә лә ышанмай. Хыянатсынан үс алам тип, иремдең күңелен ҡырҙым. Бик үкенәм ҡылығыма, нисек уның ышанысын ҡайтарырға, тип көнө-төнө уйланам, минең хатаны ҡабатлай күрмәгеҙ, тим әхирәттәремә лә.
Фото:Fb.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/ail-mde-tar-ata-ya-im-526536/
Читайте нас: