Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 20:43

11 меңдән ашты...

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны артыуын дауам итә.

Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар 95-кә артып, бөтәһе 11 051 кеше тәшкил итте. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткәрелгән брифингта хәбәр ителде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле республикала 248 пациент стационарҙарҙа, 654 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 17 ауырыуҙың ауыр хәлдә булыуы, өсәүһенең үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылыуы билдәле. Тәүлектә 208 ауырыу һауыҡҡан. Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 266 кешегә ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау министры тәүлек эсендә үлем осрағы теркәлмәүен белдерҙе, сир ҡорбандары – 55 (федераль сайтта күрһәткес башҡаса - 56 кеше).
Иң күп сирҙе йоҡтороу осраҡтары Өфөлә (40 осраҡ), Туймазы (15) һәм Яңауыл райондарында (8) теркәлгән. Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында өҙөклөктәр булыуы билдәле. Министрҙың әйтеүенсә, “Башфармация” дарыуханаларында антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы препараттар етерлек кимәлдә. Улар табиптар тәғәйенләгәндән һуң бирелә.
Максим Забелин коронавирустың яҙғы һәм көҙгө тулҡындары араһында айырмалыҡтар күҙәтелмәүен белдерҙе. Уның фекеренсә, ауырыуҙар һаны, йәш составы, пациенттарҙың торошо буйынса ла күрһәткестәр берҙәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов эпидемик хәлдең, рентген-картинаның бөтөнләй башҡа булыуын раҫлағайны.
Фото:Free.1tv.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/11-me-d-n-ashti-528018/
Читайте нас: